Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 15:55

Мәскәү ҡунағы

Фәнәүи ағай (бабай тиһәң дә үпкә юҡ) менән күптән күрешкән юҡ ине, өс йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән, һәм бына ул ап-аҡ кәстүмдә (интеллегент- 90- да ла интеллегент булып ҡала) килеп керҙе. Йәйгелеккә Күмертауға ҡайтҡан, ә былай, Мәскәүҙә йәшәй, башҡала кешеһе. Оло тормош тәжрибәһен туплаған кеше, Фәнәүи Заретдинов менән һөйләшеү оло дәрес алған һымаҡ. Һуғыш мәлендәге бала сағы, йәтим ҡалыуы, аслыҡ... Уралмашта эшләүе, аҙаҡ, Өфөлә, торараҡ Миәкәлә, Күмертауҙа... МВД ветераны, атҡаҙанған юрист. Барлығы 54 йыл эш стажы. Элекке фекерҙәре һаман үҙе менән.

"Башҡорт ғүмере буйы ер өсөн һуғышҡан, бөгөн уға ер кәрәкмәй, Себергә сығып китә, балалары беспризорник һымаҡ үҫә", "Элек кеше үлтереү ҙур ЧП ине, районда-ҡалала бындай хәл булһа, Өфөнән, хатта Мәскәүҙән килеп етәләр ине, Күмертауҙа булған биш кешене бер юлы үлтереү кеүек хәлдәр ҡурҡыныс төштә лә булманы", "Пенисяға ҡайһы бер категория кешеләрҙе 40 йәштән ебәреү дөрөҫ түгел, шап-шаҡтай эшләй алырҙай кеше нимә тип дәүләт аҡсаһын ашап ятырға тейеш ", "Бар аҡса элеккесә Мәскәүҙә генә йыйыла, дөрөҫ түгел был, күпме заводтар юҡҡа сыҡты, кемдер уны бушҡа тиерлек алды, көнөнә миллион һум аҡса алып эшләйҙәр, ә кем өсөндөр 15 мең һум да ҙур аҡса", "Халыҡ тормош яҡшы булғандан уғрылыҡҡа бармай, уның тәү инстинкты - ашау, ас ҡалмау өсөн дә урлаша, 90-сы йылдарҙа урлашыу-талау ныҡ артты, Зәк, Таймаҫ, Шәбағыш, Мораптал контораларын таланылар, сөнки халыҡ ас ине, әле лә шулай, бында дәүләттең дә яуаплылығы булырға тейеш"...
Читайте нас