Ошолайтып "Айыҡ Рәсәй" тигән ойошма яҙа. Яҡуттың даны китте бөтә донъя буйлап. "Поддерживать имидж села и бдят за экс-пьющими" тигән ере бигерәк тә ҡолаҡҡа ятышлы, был яҙмала мәсет тураһында ғына һүҙ юҡ, ә мәсет - ауыл күрке. Яҡуттар яңы ғына күмәкләп мәсеттәрен йыйыштырған. Имидж өсөн түгел, үҙҙәре өсөн, ауыл өсөн, дин өсөн. Айыҡлыҡ булды, аҡса булды, тигәндәй, артабан йәшәргә кәрәк - бөтәһе лә һоҡланырлыҡ итеп.