

Зариф Закир улы һәр ауылда ҡабатлағанды, бында ла ҡабатланы - бала табығыҙ. Эсмәгеҙ.
- Ауылда араҡы һаталармы?
- Элек һата инеләр, хәҙер ныҡ ауырыһаң да табып булмай.
- Тиҙҙән ауылдарға күсмә дарыуханалар йөрөйәсәк, дарыу хаҡтары унда бик ҡыйбат булмай, кәрәкме һеҙгә дарыухана?
- Кәрәк.
Депутат кеше - уҡымышлы кеше, алтаҡталағы (ырыу тураһында) яҙыуҙағы хаталарҙы тотто. Дөрөҫ яҙылмаған, Ҡары Ҡыпсаҡ түгел, Ҡара Ҡыпсаҡ була, Арасланов түгел. Арыҫланов була.
Ә был сәфәрҙәр тураһында тулы мәғлүмәт беҙҙең гәзиттә була.