Все новости
Йәмғиәт
24 Июля 2021, 09:59

«Йәшәй белгәндәр»

Был шөғөлгә бер генә, яңғылыш ҡына тотоноп ҡараныңмы – бөттө, әсир итә лә ғүмере буйы ебәрмәй. Балыҡ тотоу. Уның мауыҡтырғыс та файҙалы ла (һыу буйында ҡармаҡ менән ултырыу нервыларҙы нығыта) икәнен Көйөргәҙе районы хакимиәте – йәштәр, спорт, физкультура комитеты –белеп ҡалған да, хәҙер йыл һайын Балыҡсылар фестивале ойоштора. Бөгөн дә бына Холмогор быуаһына 38 балыҡсы килде лә тулды, быуа хатта юғалып ҡалғандай булды. Былтыр Бахмутта үткән фестивалдә халыҡ аҙыраҡ ине.

«Йәшәй белгәндәр»
«Йәшәй белгәндәр»

- Нимәгә тотаһың?

- Кукурузға. Ә һин?

- Борсаҡҡа.

Беҙ-  балыҡты ашап ҡына белгән кешеләр – быларға ҡыҙығып ҡарап торабыҙ, йәшәй белә лә ҡайһы берҙәр. «Йәшәй белгәндәр» араһында күңелгә ныҡ таныш кешеләрҙе осратыу ҙа кәйефте күтәрҙе. Гүзәл Бикмөхәмәтова һәм Илмира Ишбирҙина. Бер үҙҙәре түгел, хәләл ефеттәре менән.

- Гел шулай бергә йөрөһөгөҙмө, йыбанмай?

Илмира Юлай ҡыҙы ла, Гүзәл Сынтимер ҡыҙы ла сараһына күрә килешле итеп кейенеп алған, ҡапыл ҡараһаң, танып та булмаҫ, хакимиәттәге эш кәстүме түгел – кеше ял итә.

- Ирҙәребеҙ менән гел бергә сығабыҙ, йөрөмәгән ер-һыу ҡалманы инде.

Парҙар «бына беҙ ниндәй» тигән шикелле һыйынышып балыҡ тотоуын дауам итте, был күренештән кәйеф тағы ла нығыра күтәрелде – бәхетлене күреү үҙеңде лә бәхетле яһай.

Балыҡсыларҙан иң йәшенә 7 йәш, иң олоһо һикһәнде ҡыуа.

- Башлыҡ былтыр үҙе килгәйне, быйыл булырмы икән? – ойоштороусылар алан-йолан ҡаранды, - Данил Зиннәт улы аҙағына ғына киләм тине.

Тулы материал киләһе һанда гәзиттә сыға.

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: