Йәмғиәт
30 Июля 2021, 05:49

Ремонт, аутсорсинг, имеш-мимеш

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_55499 3-сө БРГИ-ның етәксеһеҙ ҡалыуы тураһындағы материал төрлө ҡараш, бәхәстәр тыуҙырҙы. Беҙгә мөрәжәғәт иттеләр (беҙҙән башҡа был турала береһе лә яҙманы): ниңә киткән, хәҙер кем була?

Ремонт, аутсорсинг, имеш-мимешРемонт, аутсорсинг, имеш-мимеш
Ремонт, аутсорсинг, имеш-мимеш

БРГИ - ябай мәктәп кенә түгел, шуға уға бәйле һәр шылт иткән тауыш та ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра - быға аптырарға түгел.
Рәзилә Исмәғилева нисек директорлыҡ йөгөн тартҡан, әле лә шулай, ваҡытлыса тигән ҡушымта менән, тарта. Кем булыр директор тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындырғанын иҫәпкә алып, беҙ был мәсьәләне онотманыҡ, бер аҙ тын алғас, Башҡортостан Мәғариф министрлығына шылтыраттыҡ. Кәнсәләр теле менән яуап бирелде: был турала бер ни әйтмәйбеҙ, сайтты ҡарап барығыҙ. Ҡараныҡ. Уҡыу йорттарындағы үҙгәрештәр тураһында һуңғы мәғлүмәт апрель айы менән бөтә. 

Шулай ҙа ҡайһы бер яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе белдек. БРГИ быйылдан балаларҙы ашатыуҙы үҙҙәрендә ойоштора, йәғни, аутсорсинг тигән нәмәнән ҡотоласаҡтар (ул беҙгә кәрәк әйбер түгел тинеләр, иҙәнде йыуған апайҙар ҙа үҙҙәренеке). БРГИ бинаһы яңырыуға 14 йыл да булып киткән (Мортаза бабай килгән осорҙо күптәр һағынып хәтерләй), закон буйынса, 10 йылдан һуң капремонт булырға тейеш, ә ул булмаған - быныһы ла мөһим мәсьәлә. Яңы килгән директорға эш йәһәннәм, ҡыҫҡаһы. 
Директор кем булыр - һорау асыҡ ҡала, әле һаман конкурс иғлан ителмәгән. Фәлән була, Төгән кеше директор булырға ныҡ теләй тигән хәбәр йөрөй, быныһы ҡәҙимге күренеш, аптырайһы түгел, шыбырлап ҡына әйтеүҙәренсә, ҡулайлы кешеһен таба алмайҙар икән, район хакимиәтендә ултырған берәүгә тәҡдим иткәндәр, тегеһе ҡырҡа баш тартҡан: ас тамағым - тыныс ҡолағым. 
БРГИ хужаһын көтөп, түҙеп, йәшәүен дауам итә.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас