Йәмғиәт
2 Сентябрь 2021, 09:32

Барыһы ла һәүетемсә булһын

Бөтәһе лә тиерлек таныш, йәнгә яҡын йөҙҙәр. Ҡала, район яҙмышында эҙ ҡалдырған кешеләр. Күмертау ветерандар Советы тураһында һүҙ. Көйөргәҙе районы ветерандар Советында теге саҡ саҡ ҡына ығы-зығы булып алғайны, ситтән ҡарағанда, тып-тыныс, һәүетемсә эшләр ойошма булырға тейеш кеүек, тик бында лә әтнәкәләре күп. Мәҫәлән, ҡасандыр колхоз булған, завод булған, хәҙер улар юҡ, пенсионер ҡарттарҙы кем хәстәрләр, кем байрамдар менән ҡотлар, кем юҡ-юҡта барып хәлен белер?

Барыһы ла һәүетемсә булһынБарыһы ла һәүетемсә булһын
Барыһы ла һәүетемсә булһын
Был бер мәсьәлә, уның күҙгә күренмәгәне лә байтаҡ. Район һәм ҡала хакимиәттәре, ҡулдарынан килгәнсә, Ветерандарҙы хәстәрләргә тырыша, хатта рәйес кешегә аҡса ла түләй. Районда түләй ине, хәҙер юҡ, барлыҡ ығы-зығы шунлыҡтан килеп сыҡманы икән тигән фараз да бар. 
Ҡалалағы рәйескә лә түләйҙәр, Советты етәкләү - ҙур эш, ололар бала һымаҡ була торған, күңелдәрен күрергә, эште йәнле итеп ойоштора белергә лә кәрәк. 
Бөгөн Күмертау ветерандар Советы рәйесе булып эшләгән Закир Аҡбәров үҙ посынан китте. Юҡ, эш хаҡы түләмәгәнгә түгел. Сәбәбе башҡа. Урынына Мәмбәтов Музед Леон улы килде. Беҙ, актив йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та, коллега, яҙыусы булараҡ та Закир Насир улына һаулыҡ теләйбеҙ, ә яңы рәйескә - көс һәм түҙемлек. Барыһы ла һәүетемсә булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас