Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2021, 15:44

Һөймәгәнгә һөйкәлмә

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_61668Ермолаевола Светофор асыла тигән хәбәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, үтешләй кереп сығырға булдыҡ - асылманымы икән?Ҙур бинаға тауарҙы шыплып тултырғандар ҙа икән, хатта кәтлит-ғәләмәттер лә ята, тик әлегә магазин асылмаған, гөрләтеп уны асыуға әҙерләп кенә йөрөйҙәр. Светофорҙы тулттырып музыка яңғырай, күңелле көй: Н. Кадышева.Постучалась в дом боль незванаяВот она, любовь окаяннаяКоротаем мы ночи длинныеНелюбимые с нелюбимыми

Һөймәгәнгә һөйкәлмә
Һөймәгәнгә һөйкәлмә

- Кадышеваны яратаһығыҙмы әллә,- асыласаҡ магазин директоры Людмила Агаркова беҙгә аптырап ҡарай, берәй тикшереүселәр килде тип уйлаған икән, аҙаҡ ҡына әйтте.
- Юҡ, Кадышева ғына түгел, барыһын да тыңлайым, йәшлеккә бик йәш түгелмен, әлбиттә, шулай ҙа заманса йырҙарҙы ла яратам,- беҙҙең һорауҙы йәшенә төрттөрөү тип аңланы ахры.
Эшкә күстек.
- Светофорҙағы тауарҙарҙы алама тиҙәр, дөрөҫмө ул? Арыу кешеләр, йәнәһе, бында йөрөмәй, ярлы-ябаға ғына килә.
- Юҡты һөйләмәһендәр. Күмертауҙағы Светофорҙа эшләнем, унда судьяһы ла, прокуроры ла килә. Тауар шул уҡ бит ул, бөтөн магазиндарға бер ерҙән килтерәләр. Тегеләрҙе наценка ҙур, 80, хатта 200% тиклем барып етә. Светофорҙа хеҙмәтҡәрҙәр аҙ, ошо йәһәттән алдыра беҙҙең магазин. Теге магазин селтәрҙәрендә начальник өҫтөнә начальник, хеҙмәтҡәрҙәре лә күп. Мин Пятеркала ла, Магнитта ла эшләгән кеше - беләм. 
- Һеҙҙә нисә кеше эшләйәсәк, 50 тиҙәр ине.
- Юҡсы. Йөк ташыусы, һатыусылар, йыйыштырыусы, мин - һәммәһе 8 кеше булабыҙ. Магазин ике аҙнанан асыла, күптәр көтә инде был көндө, килегеҙ, беҙҙә барыһы ла була, арзан була.
Һеҙҙе яратыусылар күп булыр тип ышанғы килә (һөймәгәндәр башҡаларҙы һөйһөн), уңыштар һеҙгә, Людмила!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: