Все новости
Йәмғиәт
16 Ноября 2021, 12:02

Йәшәһен "Лотос"

Күмертауҙа, тәртип боҙғандары өсөн, бер нисә магазин, сауҙа йорто ябылған тигән хәбәрҙе шатланып ҡабул итмәнек, бөтәһен дә ябып бөтһәләр, нимә эшләрбеҙ?

Йәшәһен "Лотос"
Йәшәһен "Лотос"

Халыҡҡа иң кәрәкле магазиндар ябылған - Домбыталағыһы һәм "Лотос". Бәғзеләр, хәлдәрҙең тағы ла аламараҡ булып китерен уйлап, интернет магазиндарға ҡапланды, тик ундағы әйберҙәр барыбер беҙҙекенә етмәй, ҡыйбат. Тотоп ҡарап, ҡапшап, кейеп ҡарамайынса нисек һатып алмаҡ кәрәк? Украт ҡыш етте, ҡапыл һалҡынайтты, куртка кәрәк, башлығы, башҡаһы. Былтырғыһы туҙҙы, "Лотос"та ҡарап ҡуйылған матур, арзан куртка бар ине - алдың былай булғас булып сығамы?  Фирменныйыраҡ магазиндарына бик барғы килмәй, унда ла шул уҡ әйбер, тик ике тапҡырға ҡыйбат, баҙар менән дә шул уҡ хәл. Ҡобара осоп, "Лотос"ҡа барып әйләндек - ҡасан асалар һеҙҙе, курткаһыҙ һыуыҡ та баһа, өшөтә. Барһаҡ, былар һин дә мин эшләп ята. Прилавка артында торған ир: бөтәһе лә һәйбәт, һатабыҙ, тине. Иҙән йыуып йөрөгән апай ҙа бик бошоноп бармай, шаяртҡандарҙыр ул, тине лә ҡуйҙы. Уның шатлығы аңлашыла, кемдең эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырғыһы килһен?

Уның эшһеҙ, беҙҙең курткаһыҙ ҡалғы килмәй, былай булғас йәшәйбеҙ икән, йәшәһен "Лотос". 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: