Все новости
Йәмғиәт
19 Ноября 2021, 15:13

Эсмәҫкә икән - эсмәҫкә!

Барыһы ла бында - мәҙәниәт, хакимиәт, һаулыҡ һаҡлау, ҡоролтай, йәштәр... Эскелеккә ҡаршы көрәш дауам итә.

Эсмәҫкә икән - эсмәҫкә!
Эсмәҫкә икән - эсмәҫкә!
Бөгөн, "Айыҡ ауыл" конкурсына бәйле, кәңәшмә үтте, онлайн, уны Эльвира Айытҡолова үткәрҙе, ул хәҙер Дума депутаты ла. 
Беҙгә ҡағылышлыһы. Көйөргәҙе районынан быйыл 12 ауыл иң айығы булырға йыйына - ошо хәтлеһе конкурста ҡатнаша. Билдәле, тик ултырып ҡына бәйгелә еңеп булмай, был ауылдарҙа төрлө саралар үтәсәк, 20 ғинуарға тиклем, кемеһе ҡаҙ өмәһе тип дәртләнгән, кемеһе былай ғына концерт үткәрһәк булды, ти. 
Эльвира  Ринат ҡыҙы гәзиттәргә ҡарата ла ҡәтғи талаптар ҡуйҙы, матур итеп, үтемле итеп яҙығыҙ айыҡ ауыл тураһында. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип түгел, мәҫәлән, эсеүен ташлаған кешеләр тураһында.
Һеҙгә өндәшәбеҙ: арағыҙҙа эсеп туҡтағандар булһа, беҙгә яҙығыҙ, хәйер, ундайҙар беҙҙең арала ла юҡ түгел. 
Ҡыҫҡаһы, әлегә шулай. Бер тотонғас, ныҡлап йәбешергә кәрәк, оторға икән оторға, эсмәҫкә икән - эсмәҫкә. Барлыҡ ауылдарға ла уңыштар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: