Все новости
Йәмғиәт
25 Ноября 2021, 11:18

Айнытҡыс кәрәк

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_41540  Үткәнгә кире ҡайтабыҙ, тиҙҙән бөтөн ерҙә айнытҡыстар була тип шатланғайныҡ (республикала бер йылда 100 кеше урамда туңып үлә), әлегә уның башы ла, осо ла юҡ. 

Айнытҡыс кәрәк
Айнытҡыс кәрәк
Таныш полиция хеҙмәтҡәре осраны. Әле генә Ирәмәл янында бер иҫерек ир ята тип шылтыраттылар. 1960 йылғы, барҙым, тиҙ ярҙам саҡырттым. Тегеләр килде лә китте, быны ҡайҙа ҡуяйым тим, теләһә нишләт-  күҙ ҡараштарынан шуны аңланым. Элегерәк полиция бүлегендә, подвалда, ошоноң һымаҡтар йылынып, аңҡы-тиңкелеге бөткәнсе ултырып сыға торғайны, хәҙер улай ярамай. Был ирҙе ташлап китеп булмай, наркодиспансерға алып барып һалдым. Хет тере ҡалыр. 
Ҡасан айнытҡыстар эшләй башлар икән? Айыҡ ауыл-фәлән, эскелеккә ҡаршы көрәшәбеҙ тип, тыпырлашып бейеп, байрамдарға миллион һумдар биреп йөрөгәнсе, айнытҡыстар проблемаһына иғтибар итһендәр ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: