

Өфө журналистары йыш бутай атамаларҙы, ғәйеп итеп әйтһәң, исемде ҡушҡанда, әҙәмсә итеп ҡушығыҙ, бер-береһенә оҡшап тормаһындар тип әйтеүҙәре бар.
Үткән аҙнала Яҡуп ауылында клуб асылды, был бик ҙур ваҡиға, уны, әлбиттә, республика кимәлендә лә яҡтыртырға кәрәк ине. Яҡтыртҡандар. Тик Яҡуп Яҡут булып киткән. Яҡуттың даны былай ҙа әллә ҡайҙарға тиклем таралды (Айыҡ ауыл менән), хәҙер Яҡуптың тантана итер мәле - исемдәрен бутамай, рәхәтлеген күрергә мөмкинлек бирегеҙ. .