

Был төркөмдә күбеһенсә сайтҡа һылтанма ғына ҡуябыҙ, ҡалғанын сайттың үҙенә кереп уҡырға кәрәк. Быны бик белеп етмәйҙәрме, ҡай саҡ аңлашыусанмалыҡ килеп сыға. Анау һөт-араҡы мәсьәләһе менән дә шулай булды - анонсты уҡыйҙар ҙа, "Юшатыр", нимә яҙаһығыҙ ул тип бот сабалар (һөт һатҡан апайҙарҙың ҡайһы береһе ҡаланан араҡы алып ҡайта - һүҙмә-һүҙ полиция докладынан алынды, дәғүә бар икән, рәхим итегеҙ полицияға, был турала гәзиттә баҫылды, кемдер гәзит алдырмай икән, беҙҙең ғәйеп түгел).
Бындай оказия беренсегә түгел, ә бына силсәүит реформаһына ҡағылышлыһы һымағы тәүгә. Бәхит бул, силсәүит тигәнде кемдер уҡыған да, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, аңы томаланып, был ауыл башлығы үлеп киткән икән тип уйлаған.
Тотонған шылтыратырға, туған-тыумасаға, таныштарға: Фәлән Төгәнович үлеп киткән икән, нимәнән үлде, яфаланып яттымы, бигерәк йәш ине бит әле, фәлән-фәсмәтән-төгән....
Аллаға шөкөр, барлыҡ башлыҡтар ҙа иҫән-имен. Шулай булһын да. Улар беҙгә әле ныҡ кәрәк.