Йәмғиәт
1 Февраля 2022, 11:51

Рәхәт

Элек ҡыйын ине, хәҙер рәхәт ул тигән өлкәнән.

РәхәтРәхәт
Рәхәт

Борон, дарыуханаға барһаң, бигерәк тә, кемдер дарыу алырға тип йомош ҡушып ебәрһә, ныҡ ауыр ине - дарыуҙың исемен ятлап бөтөп булмай. Үҙегеҙ ҡарағыҙ: Гидроксициклофосфамид ал тип ебәрһәләр, был һүҙҙе ятлау түгел, ҡағыҙға яҙып уҡып та бөтөрлөк түгел. Баш әйләнә башлай. Йәки Адамантилбромфениламин? Аминодигидрофталазиндион, Метилтионитрооксодигидротриазолотриазинид алырға кәрәк булһа?  Шуға гел ошолай уй килә ине: ниңә был дарыу баш ауыртҡандан, быныһы эс борғандан, теш һыҙлағандан тип яҙып ҡына ҡуймайҙар икән? Хәҙер һәйбәт - аптекала дарыуҙарҙы төртөп күрһәтеп яҙалар - йоҡлай алмаһаң "Сон в норме", бәҙрәфтә оҙаҡ ултырһаң - "Запора нет". Рәхәт.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас