

Берәү әйтеп ысҡындырҙы:
- Теләһә нәмәгә, хөрәфәткә ышанып йөрөмәгеҙ әле, беҙҙең таныштар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғашиҡтар кеүек инеләр, бер-береһенең ауыҙына инеп баралар ине, 8.08.08 көнөн тап итеп ҡауышҡайнылар, ике йыл да йәшәмәй, талашып-һуғышып, икеһе ике яҡҡа китеп барҙы.
Ниндәй көндә ҡауышһа-никахлашһалар ҙа (бәғзеләре быйыл кәбисә йылы тип, өйләнмәй, һуҙа торған, уңарсы хистәр ҙә һыуына башлауы ихтимал), йәштәрҙең мөхәббәте ғүмерлек булһын ине. Һөйөү булмаһа бер ниндәй хөрәфәт тә уларҙы ҡотҡара алмаҫ.