Шәбағыш урамдары менән дә шулай, юлды ышырып барғанда тракторҙар елле итеп былар яғына өйөп китә. Тик береһе лә балта тотоп сыҡҡаны юҡ, көрәк тотоп сыға, тракторсыны биргеләргә түгел, ә үҙенең ҡапҡаһы яғына юлды асырға. Оло йәштәге кешеләр, ыһ та итмәй, зарланмай-һыҡранмай, береһен дә ҡарғамай, юл ярып йөрөй.
Тормошто аңлап ҡабул иткәндәр менән йәшәүе еңелерәк.