Йәмғиәт
1 Марта 2022, 08:56

Вилсәпитһеҙ йәй булырмы?

Ҡот китте: доллар күтәрелә, банктар ставкаһын арттыра (ипотека хәҙер 20% самаһы буласаҡ!), артабан нимә эшләрбеҙ?  

Вилсәпитһеҙ йәй булырмы?Вилсәпитһеҙ йәй булырмы?
Вилсәпитһеҙ йәй булырмы?

Ҡаушау бер аҙ бөткәс, киттек магазиндар буйлап, тауар ҡарарға.
Беренсе ишек "Спорт һәм туризм". Йәйгә вилсәпит алырға тигән хыял бар, уларға ла хаҡты арттырһалар, артабан да йәйәүле Мәхмүт булып ҡалырмынмы?
Магазин директоры:

- Әле беҙҙә былтырғы велосипедтар ғына, шуға бәйле хаҡтар әлегә элеккесә. Яңыларын иртәгә алып ҡайтасаҡбыҙ. Беҙҙә тик Рәсәйҙә сығарылған велосипедтар ғына һатыла, шуға күрә хаҡтар ҡот осҡос артыр тип уйламайым, күпме тотоп тора алабыҙ, шул тиклем хаҡтарҙы күтәрмәҫкә тырышасаҡбыҙ. Сөнки хаҡтар артыуы беҙҙән генә тормай, шул уҡ һалым артһа, хаҡтарға йоғонто яһаясаҡ. Интернет магазиндарҙа хаҡтар арзаныраҡ буласаҡ, тик улар тауарҙың сифаты өсөн яуап бирмәй, аҡсаны алдылар ҙа оноттолар, шуға күрә улар насар сифатлы нәмәләрҙе лә һатып ебәрә ала.

Йәйен виләпиттә йөрөрмөн ахры, уның аҡсаһын башҡа тауарҙар "ашап" ҡына бөтмәһә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас