

Нисәмә көн ҡотто алалар: машинаға хаҡтар ике миллиондан ашыу булып киткән, сит илдеке тураһында һүҙ бармай, үҙебеҙҙең ЛАДА хаҡтары шулай, имеш. Түҙмәй, бөгөн Күмертауҙағы автосалонға юл тоттоҡ: беҙҙең ише бюджетник нимәгә иҫәп тота ала, ғөмүмән, аламы?
Ҡулдан һатылған машиналар салоны ла, өр яңыны һатҡаны ла буп-буш. Бер өйөр ҡыҙҙар ғына ултыра. Килеп ингәс, өмөт тулы мөлдөрәмә ҡараштары беҙгә төбәлде. Йөрөлгән автомобилдәр хаҡы (был салондарҙа бары тик Рәсәй машиналары ғына һатыла) ике көн элек бөтәһе лә 100 мең һумға күтәрелгән, кисә 700 булһа, бөгөн 800. Кредит та күтәрелгән - 4%-ҡа. Алғас-алғас, яңыһын алырға кәрәк, киттек күрше салонға. Яңы машиналарға хаҡ 200 мең һумға артҡан. Иң арзан автомобиль - Лада Гранта. Ике көн элек 750 мең тирәһе торған, бөгөн 930 мең самаһы. Беҙҙең өҫ-башҡа күҙ йүгерткәс, ошоно алығыҙ тине матур ҡыҙыҡай. Иң шәбе 1 700 мең. Веста. Уны ситләтеп кенә ҡарап үттек. Бер нисә көн элек, хаҡтар артмаҫ борон, кеше күп алды машиналарҙы тинеләр, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен белгәндәр аҡсаларын әрәм иткеһе килмәгән. Өлгөргән. Яңы машиналарға кредит та артҡан - 20-30% менән бирәләр. Бына әле, ошо сәғәттә. Иртәгә, бәлки, тағын да артыр. Ҡайһы бер бында ултырған банктар кредит биреүҙән туҡтаған - банк системаһының яйға һалынған көтәләр, тип аңлатты ҡыҙҙар.
- Йә, ниндәй машинала туҡталдығыҙ?
= Аҙыраҡ уйлайыҡ әле, йәме.
- Ярар. Тик ашығығыҙ. АвтоВаз деталдәре сит илдеке, әле уларҙы сиктән үткәрмәй торалар, шуға, дефицит килеп сыҡһа, хаҡтар тағы ла артасаҡ.
- Ярар.