

Кисә, "Гимназия һандуғасында" беҙ Әсә бәхетенең нисек була икәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек.
Ҡыҙҙарының йырлағанын тыңларға тип (кемдең балаһы йырлай - уныҡы!) бер нисә әсәй килгәйне. Балаҡайҙарын сәхнәлә ҡыҫып һөйөүҙәре, тегеләренең әсәкәйҙәрен сәскә гөлләмәһенә күмеүҙәре әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ күңелле тамаша булды.
Килмәтова Элиза әсәһе Фируза (Тимербай), Хасаева Айнара әсәһе Венера (Ҡансыра), Исхаҡова Линиза әсәһе Эльвира (Түбәнге Баба) менән кисәге сараға күҙҙе ҡамаштырыр йәм өҫтәне. Ғорурлыҡтары йөҙҙәренә сыҡты, шулай булмай, ошондай һандуғасты үҫтереү, тәрбиәләү һәр кемдең ҡулынан килмәй.
Бала бәхеттәрен тағы ла оҙаҡ йылдар татып йәшәргә булһын һеҙгә, Әсәләр.