Все новости
Йәмғиәт
6 Апреля 2022, 14:02

Мәртәбә

Закир Аҡбәровты ҡотларға тип райондың элекке башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та килгәйне. Һәр саҡтағыса, ыҫпай, таҙа, атлауҙары дәртле.  

Мәртәбә
Мәртәбә
Әхәт Йәүҙәт улы Закир абзыйҙың уҡыусыһы, уға юбилярыбыҙ Яңы Морапталда рус телен уҡытҡан. Ул да уҡытыусыһын ҡотламай булдыра алманы. Ярар, рәхмәт, онотмағанһығыҙ тигән кеүек, әйтте лә бөттө түгел. Элекке башлыҡҡа бәйле бер мәл булып алды. 
Сәхнәгә Марсель Сәлимов бер мендеме, уны тиҙ генә төшөрөп булмай. Теле йор, сатирик та ул, әйҙә, һөйләһен. Юбилярҙы ҡотлап бөткәс, ҡулында бер китап ҡалды. Уныһын нимә эшләтә тиһәк, һүҙе былайыраҡ булды:
- Был залда бер кеше ултыра. Беҙ уның менән дуҫбыҙ. Ул 18 йыл буйы район башлығы булды, Брежнев һымаҡ оҙаҡ ултырҙы. Әле мин уға үҙемдең китабымды бүләк итергә теләйем. Әхәт Ҡотлоәхмәтов.
Әхәт Йәүҙәт улы шатланып ҡабул итте бүләкте, бүләктән бигерәк, яҙыусының һүҙҙәрен оҡшатҡандыр:
- Әхәт Йәүҙәт улы әллә нисәмә йыл башлыҡ булғандан һуң да бер ҡайҙа ла ҡасып китмәне. Ермолаевкаһында йәшәп ята. Юғиһә, элекке башлыҡтар, эштәренән алдылармы, Өфөгә, хатта Мәскәүгә күсенеп китә башлайҙар. Әхәт бер ҡайҙа ла ҡасманы, ҡурҡмай икән. Тимәк, урламаған. Бәлки, урлағандыр, но күп түгел,- Марсель ағай үҙенә хас төртмә телен тәки ташламай. Көлдөләр.
Мәртәбә булды был, бер аҙға ғына юбиляр тураһында онотоп торҙолар, һәр кем үҙенекен, кемдер тураһындалыр, моғайын, уйлап алды. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: