Все новости
Йәмғиәт
9 Апреля 2022, 12:46

Илгә ярҙам иткәндәр

Ҡағыҙһыҙ йәшәү юҡ. Әле ошо ҡағыҙҙың ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ тоя башланыҡ, буғай. Уға ҡытлыҡ башланғандай ҙа.  

Илгә ярҙам иткәндәр
Илгә ярҙам иткәндәр
Макулатура йыйыу - борондан килгән һәйбәт йола. Элегерәк илгә ярҙам итәбеҙ ти ҙә, сыға ла китә инек, кешенең ишеген туҡылдатып, Кәрәкмәгән ҡағыҙығыҙ юҡмы, тип һораниһәң, тегеләр сығара ла бирә ине - әҙер, бәйләнгән. 
БРГИ уҡыусылары ла бигерәк уңғандар, ата-баба йолаһын дауам итәләр. Бына әле байтаҡ ҡына итеп макулатура йыйғандар. Уҡыуҙары ла бар бит балаларҙың, шулай ҙа, ваҡыт табып, илгә ярҙам иткәндәр, әллә күпме ағасты һаҡлап ҡалғандар. Афарин, егеттәр-ҡыҙҙар, илһөйәрлек, гражданлыҡ позицияһы һеҙҙә көслө икән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: