Все новости
Йәмғиәт
10 Апреля 2022, 09:17

Яҙғы кистә сыуаш моңдары

Яҙғы матур кистәрҙә өйҙә генә ултырғы килмәй, күңел әллә ҡайҙарға ашҡына. Кисә шулай, Данил Акилов менән Эльза Васильева Мәләүезгә сыҡҡан да киткән. 

Яҙғы кистә сыуаш моңдары
Яҙғы кистә сыуаш моңдары
Сыуаш Дәүләт академик йыр һәм бейеү ансамбле концертына! 
Тамаша шәп булған, был һиңә ауыл үҙешмәкәр концертын ҡарап ултырыу түгел, башлыҡ урынбаҫарының да, Көйөргәҙе районы Йәмәғәт палатаһы рәйесенең дә кәйефтәре бермә-бер күтәрелгән. Сыуаш артистарына рәхмәт әйткәндәр, бер юлы уларҙы ошо тамашаға аҡса биргән (Мәләүез бына ғына торһа ла, барыбер буш кеҫә менән барып булмай) Керәүле эшҡыуары Рим Ғәлиевҡа ла рәхмәт әйткәндәр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: