Все новости
Йәмғиәт
15 Апреля 2022, 12:18

"Бергә йыйһаң, бер ауыл"

"Һаулыҡ, яуаплы ата-әсәлек - бәхетле бала саҡ нигеҙе" тип аталған конференция башланып китте.

"Бергә йыйһаң, бер ауыл"
"Бергә йыйһаң, бер ауыл"

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған сарала ғәйәт күп кеше ҡатнаша, хатта Луганск ҡалаһы ла ҡушылды (онлайн). Барлығы 1200-ҙән артыҡ ҡатнашыусы. Беларус туғандар ҙа бында. Бөтә Рәсәй, хатта унан да ары кимәлдә барған фәнни-ғәмәли сара күп яҡлы, балалыҡҡа нимә ҡағыла, барыһы тураһында һөйләшәсәктәр. Демография, төрлө сирҙәр, айырылыу-ҡауышыуҙар, балаларға ҡаршы енәйәттәр....

Сарала ҡатнашыусы барсаһын сәләмләп, Юлай Ильясов былай тине:
- Беҙҙең районда 467 күп балалы ғаилә йәшәй, улар 1364 бала тәрбиәләй. Йыл башынан Көйөргәҙе районында 23 бала тыуҙы, 10 пар өйләнеште. Имен булмаған ғаиләләр ҙә беҙҙә етерлек, бөтәһен бергә йыйһаң, бер ҙур ғына ауыл халҡы күләмендә улар. 117 йәтим бала һанала.... Нимәһе ҡыуандыра: һуңғы йылдарҙа ғаиләнән тартып алынған балалар һаны аҙайҙы. Районда халыҡ күп кәмей.... 
Әле конференцияның пленар өлөшө бара, артабан секциялар эшләй башлаясаҡ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: