Все новости
Йәмғиәт
24 Апреля 2022, 11:31

Эшем менән ҡәнәғәтмен

Фәнилә Вәлидова, Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәтенең белгесе: 

Эшем менән ҡәнәғәтмен
Эшем менән ҡәнәғәтмен

- Эшебеҙҙе күреп, хуплап тороуҙарына бик шатмын, рәхмәтлемен. Ауыл биләмәһе хакимиәтендә 2006 йылдан алып эшләй башланым. Тәүҙә ике ҡатлы йорттарҙа комендант булып, тәртип һаҡлап, өмәләр ойоштороп йөрөнөм. 2010 йылдың 17-се майында белгес булып эш башланым һәм шул көндән алып әлегәсә ошо вазифала эшләйем. Элек иҫәп-хисапҡа бәйле эштәр беҙҙең өҫтә ине, хәҙер ул эш районға күсте, мин килешеүҙәр менән эшләйем, контракттар, отчеттар төҙөйөм. Эш булғас ауырлыҡтарһыҙ ҙа булмай, ниндәйҙер яңы программалар, яңылыҡтар тыуып тора, урында тормайбыҙ, өйрәнергә, замандан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Эшем менән ҡәнәғәтмен, коллектив та яҡшы, барыһы ла оҡшай.

Үҙидара көнөнә арналған материалдар тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: