Все новости
Йәмғиәт
24 Апреля 2022, 10:40

Үлгән һыйыр

Ғүмер бик тиҙ үтә. Әле генә булды һымаҡ был райондың яҙмышын билдәләгән сессия, ә 3 йыл үтеп тә киткән. Был сарала яңы башлыҡ һайлап ҡуйҙылар – Ильясов Юлайҙы. 

Үлгән һыйыр
Үлгән һыйыр

Демократия ҡанундарына тип килһен тип, был вазифаға 3 кеше дәғүә итте, тик барыһы ла алйот түгел, аңлайҙар ине кем башлыҡ булырын. Элекке район хужаһынан арыу ҙа булғандыр, оҙаҡ йылдар ултырҙы, ялҡыта, маҙаға тейә башлай, шуға Юлай Талха улына өмөттәр ҙур булды, ниһайәт, шәберәк йәшәй башлайбыҙ, беҙҙе яңырыу көтә.

...Кадрҙар менән дә шулай, табиптар, ҡайтығыҙ инде тыуған яҡтарға тип элек тә инәлеп йөрөнөк, әле лә шул. Ҡайтмайҙар. Бында эш башлыҡта ғына түгел.
Халыҡ һаны кәмеүе лә электән килә, быны нисек туҡтатаһың, төндә, һәр береһенең тәҙрәһен шаҡып, давай, тик ятмағыҙ, бала яһағыҙ тип әйтеп йәки районды ташлап китергә тип тоҡсайын төйнәгәнде арҡанлап бәйләп ҡуйып булмай.
Нимәһе ҡыҙыҡ, Юлай Ильясов та бер саҡ китер (был вазифа атайҙан ҡалған мираҫ түгел дә), яңыһы килер, унда ла «Эх, Юлай абзый шәп ине» тигәндәр мотлаҡ табыласаҡ бит. Үлгән һыйырҙың һөтөн барыбер һағынасаҡтар.

Материал тулы килеш йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: