Все новости
Йәмғиәт
24 Апреля 2022, 12:22

Өс йыл дəүер

Юлай Ильясовтың Көйөргəҙе районы муниципаль район башлығы булыуына бөгөн өс йыл. 

Өс йыл дəүер
Өс йыл дəүер

Рəмзиə Əбйəлилова, Яҡут ауылы:
- Былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында ауылыбыҙ еңеп сыҡты. Ял һəм сəлəмəтлек паркын эшлəгəндə, был эште башҡарып сығыр өсөн бүленгəн аҡса етмəй ҡалғайны. Ергə түшəлə торған йомшаҡ материал алыр өсөн район бюджетынан Юлай Ильясов 150 мең һум бүлде. Беҙ уға рəхмəтлебеҙ, сөнки барыһы ла ГОСТ буйынса эшлəнергə тейеш ине. Уның ярҙамы булмаһа, был эштең аҙағына сығыу ауырға төшөр ине. Урындағы үҙидара органдары хеҙмəткəрҙəре көнө менəн ҡотлайым. Юлай Талха улының эшендə уңыштар телəйем артабан да районыбыҙҙы үҫтереү өҫтөндə тырышып, янып эшлəргə булһын. Ауылыбыҙҙа үткəрелгəн сараларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай килеп ҡатнашып тороуы ла беҙҙең өсөн ҡыуаныслы. Айыҡ ауыл проектында ҡатнашыу өсөн төрлө яҡлап ярҙам кəрəк һүҙ ярҙамы ла, тел ярҙамы ла, шул яҡлап та етəкселəребеҙҙəн уңдыҡ, еңеүебеҙҙə уларҙың өлөшө ҙур. Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясовҡа, Яңы Мораптал ауыл билəмəһе хакимиəте башлығы Асҡар Кинжəлиевҡа, район Советы рəйесе Фəнит Моратбаҡыевҡа ауыл халҡы исеменəн ҙур рəхмəтлебеҙ.

Салауат Солтангəрəев, Таймаҫ ауылы:
- Беҙгə, ауылда йəшəгəн пенсионерҙарға, район башлығы нисə йыл ултырһа ла, яңыһы килһə лə, иҫкеһе алмашынһа ла барыбер бер үҙгəреш тə юҡ. Нимә һораһаң да, аҡса юҡ тиҙәр....

Ҡорбанғəли Сөлəймəнов, Яҡуп ауылы:
- Дөрөҫөн генə əйткəндə, беҙҙең район башлығына "һəтүти" ҙə "тəтүти" генə кəрəк. Ҡайҙа ҡараһаң да соҡор-саҡыр, ҡайҙа ҡараһаң бер яҡшы яғы юҡ. Райондың килəсəген күҙ алдына килтереүе лə ауыр. Ауыл хужалығы бөтөү кимəлендə, конференциялар, күргəҙмəлəр ойоштороп фото төшəлəр ҙə, беҙҙə барыһы ла һəйбəт тип яҙып ҡуялар...

Гөлназ Əҙеһəмова, Зəк-Ишмəт ауылы:
-  Хəтеремдə, уның бəйлəнештə сəхифəһендə тəүгелəрҙəн булып: "Позитивлыҡ, тормош һөйөүсəнлек йөҙөгөҙҙə сағылып тора, бар көсөгөҙҙө йəлеп итеп беҙҙең районыбыҙ өсөн эшлəргə яҙһын", - тип комментарий яҙып үткəн инем. Минеңсə, етəксе кем генə булмаһын, халыҡ барыбер ике фронтҡа бүленə, сөнки барыһына ла ярап бөтөп булмай. Аҡты аҡ итеп күреүселəр бар һəм шул уҡ ваҡытта, ошо уҡ аҡты ҡара итеп күреүселəр ҙə етəрлек. Шəхсəн үҙемə килгəндə, ошо өс йыл эсендə, Юлай Талха улына өс тапҡыр мөрəжəғəт итергə тура килде. Өс һорауыма ла мин унан ыңғай яуаптар алып, үҙемдең шул мəсьəлəлəремде сисə алдым, тормошҡа ашыра алдым. Бының өсөн мин уға рəхмəтлемен һəм эшендə уңыштар телəйем.

Фекерҙәр тулы килеш гәзиттең йома һанында донъя күрҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: