Все новости
Йәмғиәт
15 Мая 2022, 10:38

Ир булыу

Бәндә фиғеле менән шулай ҡоролған: бәләкәй саҡта кешенең тиҙерәк ҙурайғыһы, буй еткергеһе килә. Ә инде олоғая башланымы, кире йәшлегенә тартыла, һағына башлай.

Ир булыу
Ир булыу

Ҙур үҫеү тигәне, малай-шалай өсөн йәһәтерәк егет, ир булыу теләгенә ҡайтып ҡала. Нисек ир булалар? Билдәле, ҡатын-ҡыҙ менән яҡынайғас ҡына.  Йәшлектәре туҡһанынсы йылдарға тура килгәндәрҙең ир булыуы башҡасараҡ булғандыр һымаҡ, ирлеккә илдәге үҙгәрештәр үҙ өлөшөн керетте - демократия. Енес енескә тартыла, быныһы тәбиғи, азатлыҡ елдәре беҙҙең быуындың ошо тартылышында үҙ ролен уйнаны, күптәребеҙҙе байтаҡ “иркәләне”,  хатта ҡай саҡ, көслөрәк иҫеп, йыға ла һуҡты.

Ауыл малайҙары, цивилизациянан алыҫтараҡ йәшәһә лә, шулай уҡ малайҙар, ҡаршы енескә иғтибар көслө, ҙур донъяның шауҡымы беҙгә лә килеп етә. Ҡыҙҙар донъяһын асыу фотоһүрәттәрҙән башланды. Ҡаланан ҡайтҡан олораҡ ағайҙар оятһыҙ кәрттәр алып ҡайта ине, ғүмерҙә күрмәгән нәмәне күргән бала-сағаның күҙе шарҙай була, бир ҙә бир тип, ҡулдан-ҡулға йөрөтә торғас, теге кәрттәр сепрәк һымаҡ булып китә, фотолары юйыла башлай. Аҙағыраҡ журналдар менән донъя тулды, эротик журналдар, әлеге шул Күмертауҙан алып ҡайтылған журналдарҙы, иң ҡыбатлы мөлкәттәй, ҡәҙерләп кенә, бөтәһенән йәшереп кенә тотаһың, берәйһе күреп ҡалһа, оят, ер тишегенә ин дә кит.

Арабыҙҙа бай малайҙар ҙа бар, уларҙың атаһы начальник, ҡалала йәшәйҙәр, ауылға каникулға ҡайтып йөрөйҙәр. Бер саҡ тап ошо малайҙар ауылға видеомагнитофон алып ҡайтты. Ҡайһы берҙәребеҙҙең өйөндә аҡлы-ҡаралы телевизор ҙа юҡ, ә бында замана мөғжизәһе - видеомагнитофон. Кистәрен, синектәренә йыйып, беҙгә видеофильмдар күрһәтәләр ине. Бушҡа түгел. Бында киноны күргән юҡ, хәтәр: Брюс Ли, Ван Дамм, ниндзялар. Бер ике ошондай фильм бөттөмө, беҙҙе ҡыуып сығаралар, хәҙер эштән һуң арыған оло ағайҙар килә, оятһыҙ кино ҡарарға. Барығыҙ, ҡайтығыҙ, йоҡлағыҙ. Күпме инәлмә, юҡ, беҙгә ишек ябыҡ булды. Магнитофон хужалары үҙҙәре беҙҙән саҡ ҡына өлкәнерәктәр, ә ҡаты ҡыланған булалар. Тыйылған емеште, торараҡ, барыбер саҡ ҡына татыттылар, йәлләнеләр, синектә бер тауыш юҡ, бөтәһе лә диҡҡәт менән экранға төбәлгән, кино кино инде, кәрт түгел, Ленин бабай әйтмешләй, «из всех искусств для нас важнейшим является кино». 

...Ул саҡта ауылда йәштәр күп, клуб шығырым тулы. Ҡыҙҙар....  Саҡ ҡына олораҡ малайҙар маҡтана: мин фәлән ҡыҙ менән булдым - һәйбәт, төгәне лә нишауа... Эс яна, бергә үҫкән кемдер ир булып та өлгөргән, ҡатын-ҡыҙ донъяһын асҡан, ә мин... Һаман кәрт ҡарап ятам. Тартыныу көслө, тәжрибә бөтөнләй юҡ та, нисек итеп янына барырға, һүҙ ҡушырға, уға ҡағылырға?  Ҡуй, булмаҫ нәмәлер ул, ҡартайғансы малай булып йөрөрмөн.

Сит ҡаланан ауылға бер ҡыҙ килде, миңә 14 йәш, ул ике йәшкә ҙурыраҡ, шуны оҙатып йөрөргә тура килде. Үҙе ыңғайланы, үҙе әйҙәне, былай булмаһа, ҡайҙа эргәһенә барыу. Таң әтәстәре ҡысҡырған мәлгә тиклем ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултырабыҙ, шиғриәт, китаптар тураһында әңгәмә бара. Саҡ ҡына биленән ҡосаҡлағайным, йөрәк ярыла яҙҙы. Ошо мәлде, уға ҡағылған минутты, күҙ алдына баҫтырып әллә күпме һаташтырҙы. Шулай бер нисә төн үткәрҙек. Бер кистә клубҡа сыҡмағайным, тегене икенсе малай оҙатҡан икән. Бына һиңә, кәрәкһә! Оҙатҡан икән, оҙатҡан, быныһы ярай, теге малай ни күкрәктәренә тейгән дә! Күкрәктәре өс литрлы банка һымаҡ тип шапырына. Сағыштырыуы ниндәй – өс литрлы банка. (Бындай быяла банка дефицит бит, ҡыяр-помидор тоҙларға, еләк ҡайнатмаһы һаҡларға ғәләмәт йәтеш, шуғалырмы, 1 майҙа яланға сыҡҡанда, магазиндан һут алһаң, уны эсеп бөткәс, мин алып ҡайтам да, мин алып ҡайтам тип талаша инеләр. Сағыштырыуы, тимәк, урынлы - башына ниндәй ҡәҙерле әйбер тура килгән, шуны күҙ алдына килтергән).

Мин, иҫәүән, ҡыҙға, уға ҡағылырға ла оялып, шиғыр уҡып, йондоҙҙар һанап ултырам, ә был..... Ғәрлек килде, теге ҡыҙҙы күралмаҫ булдым.  

Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: