Все новости
Йәмғиәт
21 Мая 2022, 11:33

"Мунсаға барығыҙ"

"Малика надо тоже привлечь к ответственности".

"Мунсаға барығыҙ"
"Мунсаға барығыҙ"

Айсыуаҡта яңы мәсет төҙөйбөҙ тигән идея оло тауыш ҡуптарҙы. Беренсе йыйылыш тураһында мәғлүмәт булғас та, хакимиәттә яуаплы түрәләр осрашҡан, шунда ошолай тип әйткәндәр ҙә. Йәнәһе, сход законлы түгел, ә беҙ - донъя бутаусылар. Марина Букрееваға шылтыраттыҡ (Ермолаево башлығы шулай тигән): һеҙ белемле, тәжрибәле ҡатын, беҙгә - ҡара халыҡҡа - аңлатығыҙ әле, ни өсөн беҙҙе яуапҡа тарттырырға тейештәр? 

- Вы не тем занимаетесь.

- Мы занимаемся тем, чем занимались все время - освещением мероприятий, событий. Что не так в данном случае?

- У меня сейчас времени нет говорить. 

Шулай хушлаштыҡ. 

Икенсе йыйылышҡа бармайһығыҙмы әллә, һеҙҙе ғәйепләйҙәр ҙә баһа тиеүселәр ҙә булды. Барҙыҡ. Яҙҙыҡ. Бына материалдан өҙөк. Тулыһынса ул кисә гәзиттә баҫылды. 

"- Ə ни өсөн һеҙ халыҡтан һорамай, беҙгə бер нəмə лə əйтмəй, буш торған биналарҙы уңға-һулға таратаһығыҙ! Беҙ ошо ауыл халҡы, кемгə, нимəгə бирелгəнен белергə хоҡуғыбыҙ бар. Бер ҡасан да яҡшы, изге эштəрҙе хупламайһығыҙ, ҡаршы сығаһығыҙ, - тип ҡысҡырышты халыҡ.
- Ə ни өсөн мин һеҙҙəн һорарға тейеш, был биналар шəхси милек түгел. Ниңə буш, ҡарауһыҙ торғанда үҙегеҙгə алып, берəй эш асманығыҙ. Күпме йылдар буш көйө, ишелеп торҙолар, тəҙрəһенəн инеп түбəлəрен дə алып киттелəр, быны бит ситтəн килгəн халыҡ эшлəмəй. Ошоңарса был бинаға ҡағылышлы бер ниндəй ҙə мөрəжəғəт булманы. Мин бит мəсет төҙөмəгеҙ тип ҡаршы төшмəйем, икенсе буш торған биналарҙы ҡарағыҙ, миҫал өсөн, элекке мунса, ана, буш тора, - ауыл башлығының тауыш көр.
- Быныһы бигерəк инде, мыҫҡыл иткəн кеүек булды, беҙгə хəҙер ишелеп торған мунсаны биреп ҡуйырға булдығыҙмы? Ауылда юл, свет булһа булды тиһегеҙ, яҡшылап ҡарағыҙ Айсыуаҡ ниндəй хəлгə тороп ҡалды, ҡот осҡос бит, ул юлы, ул автобусы беҙгə килмəй, - халыҡ та бирешергə уйламай..." 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: