Chevrolet Niva машинаһы бар, уға тағылма арбаһы ла бар, фатир, ер участкалары.... Әллә ни, ауыҙ тултырып һөйләр, байлығы юҡ һымак. Олег Юрьевичтың ҡатыны йыл әйләнәһенә 200 мең һум ғына аҡса эшләгән.
Башлыҡтың беренсе урынбаҫары Э. Звереваның йыллыҡ килеме 1 530131,80 һум. Уның бәлиғ булмаған балаһы әсәһенән байыраҡ булған - сабыйҙың килеме -
1 87959,69 һум.
Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Т. Лихачева ошо сумманы күрһәткән - 1 287051,71. Бик күп түгел. Уның тормош иптәше лә шул тирә аҡса эшләгән - 1 263856,86 һәм.
Төҙөлөш буйынса урынбаҫар Э. Маннанов "шәп" эшләгән, килеме 700 248,25 һум ғына. Машиналары күп, еңеле лә, ауыры ла. Хәләл ефетенең килеме - 136 221,07 һум.
Ә. Уразаевтың (эштәр идарасыһы) йыл буйы тир түгеп тапҡан аҡсаһы - 1 452961,92 һум. Сит ил машинаһы бар, дөрөҫ, ул әллә ни яңы түгел. Ҡатынының да машинаһы бар, уныҡы үҙебеҙҙеке, Рәсәйҙеке.
Ойоштороу-контроль бүлеге начальнигы З. Әлибаеваның йыллыҡ килеме - 3 161625,49, шуны хәтерҙә тоторға кәрәк, килемгә бары тик эш хаҡы инмәй, нимәңделер һатһаң, ошо аҡса ла иҫәпләнә.
Район хакимиәтен көтәбеҙ, улар әле байлығын күрһәтергә ашыҡмай.