Йәмғиәт
28 Май 2022, 05:51

Оло мәртәбә

Тәбиғәттең иң йәмле осорона аяҡ баҫтыҡ, ялан-ҡырҙарҙа күкрәп үлән күтәрелә, сәскәләр ата.

Оло мәртәбәОло мәртәбә
Оло мәртәбә

Дарыу үләндәренең дә шифалы, көс йыя башлаған осоро. Ә бит уларҙың күптәре аяҡ аҫтында ғына тигәндәй. Белеп, самалап ҡулланһаң, иҫ киткес сихәт бит ул тыуған төйәгебеҙ үләндәре! Элек-электән кешеләр дауаланыу өсөн төрлө үләндәр ҡулланған. Шифалы үләндәр, емеш-еләк ҡайһы саҡ дарыуға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк йоғонто яһай. Кесе йома көнө Яҡут мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр ойошторған “Тыуған яғым шифалы үләндәре”,- исемле сара юғары кимәлдә үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы, балаларҙы, беҙҙең ерлектә үҫкән дарыу үләндәре менән таныштырып ҡына ҡалманыҡ ә балтырған, кесерткән аштарын, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ тәмләү, уларҙан хатта салаттар, һәм емеш-еләк һуттарынан ауыҙ итеү мөмкинлеге лә булды. Байрамыбыҙға журналис һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы администрацияһының эштәр менән идара итеүсеһе Әлфиә Рәмил ҡыҙы Глущенко, Район “Ағинәйҙәр” ойошмаларының етәксеһе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева сарабыҙҙы йәмләне. Килгән һәр кем үҙенә бик күп мәғлүмәт алып, ата-бабаларыбыҙҙың үткәнен, халҡыбыҙҙың тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнешен, йәшәйешен иҫкә төшөрҙек. Был сараны ойоштороүҙа ҡатнашҡан Яҡут ауылы Ағинәйҙәренә, “Ынйылар” халыҡ фольклор коллективына, Аҡһары ауылы Ағинәйҙәренә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрегеҙ гел шулай уң булһын, һау сәләмәт булайыҡтар!

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас