Әлфиә Дәүләтшина тора. Дини кейемдә. Янында үҙе һымаҡ һөйкөмлө ике ҡыҙ. Райондың мосоломан ҡатын-ҡыҙҙары Советы саҡырыуы буйынса килдек, ти ҡыҙҙар.
Күргәҙмәләре шәп. Билдәле, тематикаһы дини. Әлфиә үҙ ҡулдары менән сиккән һүрәттәр. Беҙ, белем яғы һай булған, шулай һүрәт тинек тә ҡуйҙыҡ, баҡһаң, был сәнғәт шамаил тип атала икән дә. Мәсет һүрәттәре. Бына Өфө, Ҡазан, Грозный мәсеттәре, бына Тадж Махал.
- Тадж Махал нимә икәнен беләһегеҙме?
Шамаилды белмәгәс, былар төптө наҙан икән тинеләрме, ошолай һоранылар. Беләбеҙ, мәктәптә аҙыраҡ уҡыныҡ та.
Әлфиә Рузан ҡыҙы ошо оҫталығына бәйле, грант алырға ла дәрт иткән икән. Уңыштар теләнек.
Көнө ниндәй бит, махсус заказ буйынса бирелгән тиерһең, ошо көн, ошо һүрәттәр, үҙегеҙ һымаҡ, ҡыҙҙар, тормошоғоҙ ҙа гүзәл булһын.