Инде генә тауыш биреүҙә алға сыҡтыҡмы тиһәң, арттағыһы үксәгә баҫа, алдағыһының арҡаһы юғала башлай.
Ниһайәт, тауыш биреү тамамланды. Беҙ - дүртенсе! Насар түгел был күрһәткес. Кем тауышын, йәлләмәй, биргән, ваҡытын сарыф иткән, кем, тураһын әйткәндә, патриот- ҙур рәхмәт барығыҙға ла.
Тауыш бирҙек тә бөттөмө - юҡ, иртәгә Көйөргәҙе делегацияһы Өфөгә юллана. Яҡшымбәттең намыҫын, данын яҡларға (бер нисә район комиссия ҡаршыһына барып ҡайтты). Унан - финал. 10 июндә билдәле буласаҡ - 6 миллион һум беҙгә тәтейме юҡмы. Яныуҙар дауам итә. Уңыштар һәм тағы бер ҡат уңыштар! Беҙ ышанабыҙ.