Йәмғиәт
5 Июнь 2022, 06:23

Тишек аша ҡарау

Ҙур таблицаларға текәлеп тикшеренеп ултырыуы күңелле шөғөл түгел, хәс күршеңдең ишегендәге тишек аша, былар нимә эшләй икән тип, ҡарап торған кеүек. 

Тишек аша ҡарауТишек аша ҡарау
Тишек аша ҡарау

Ҡала башлығы Олег Фроловтың йыллыҡ килеме - 2 662 174,97 һум.
Chevrolet Niva машинаһы бар, уға тағылма арбаһы ла бар, фатир, ер участкалары.... Әллә ни, ауыҙ тултырып һөйләр, байлығы юҡ һымак. Олег Юрьевичтың ҡатыны йыл әйләнәһенә 200 мең һум ғына аҡса эшләгән.
Башлыҡтың беренсе урынбаҫары Э. Звереваның йыллыҡ килеме 1 530131,80 һум. Уның бәлиғ булмаған балаһы әсәһенән байыраҡ булған - сабыйҙың килеме - 1 87959,69 һум...

Район башлығы Юлай Ильясовтың былтырғы килеме - 6 926 401,75 һум. Аҡсанан тыш, ҙур йорт, сит ил машинаһы, ҙур ғына майҙанлы ер участкаһы бар (ҡатыны менән берлектә). Башлыҡтың хәләл ефете, әйткәндәй, былтыр 4 500 000 һум аҡса эшләгән. 
Данил Акиловтың барлыҡ тапҡан аҡсаһы - 1 249 233,89 һум. Машинаһы юҡ, уның ҡарауы ер участкалары әллә нисә.
Финанстар өсөн яуаплы урынбаҫар Галина Артамкинаның барлыҡ йыллыҡ аҡсаһы - 1 337 520,89 һум.
Оҙаҡ йылдар район Советы сәркәтибе вазифаһын бер кемгә лә бирмәй ултырған Әхәт Исламғоловтың бер йыллыҡ эшләгән аҡсаһы 1 432 935,85 һум. Мәғариф начальнигы Евгения Бочарникованыҡы - 2 520 207,60 һум, былар барыһы ла эш хаҡынан килмәгәндер, моғайын, килемгә, мәҫәлән, фатирҙы һатҡан аҡса ла инә.
Ҡалғандарҙы һөйләп тороуы.. Башлыса, барыһы ла бер сама. Кемдер 500, кемдер 700 мең һум аҡсалы булған. 
Араларында Хакимиәттең программисы Владислав Артамкин ғына айырылып тора - 2 608 104,53 һум...

Материал тулы килеш йома һанында баҫылды.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас