Все новости
Йәмғиәт
6 Июля 2022, 10:24

Изге ғәмәлде күмәкләп башҡарайыҡ!

Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең Ялсыҡай ауылы быйыл да ППМИ программаһына эләгә алмай ҡалды.  

Изге ғәмәлде күмәкләп башҡарайыҡ!
Изге ғәмәлде күмәкләп башҡарайыҡ!

ППМИ-ға беҙҙең кеүек үк ауыл зыяратын кәртәләргә ниәтләнгән һәм үтә алмай ҡалған Керәүле ауыл биләмәһенә, ҙур ғына бағымсы табылып, зыяратты кәртәләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды.
Был яңылыҡтарҙы күреп, беҙ ҙә тик ултырмаҫҡа булдыҡ. 24 июндә ауылдың активы йыйылышып, кәңәшләшеп зыяратыбыҙҙы рәткә килтерергә тигән ҡарарға килдек. Бының өсөн, әлегә һәр бер өйҙән 1500 һум аҡса йыясаҡбыҙ. 

Зыяратта урын әҙәйҙе, шуға күрә был һорауҙы ла хәл итергә кәрәк тип уйлап, зыяратты Лена ауылы яғына 10 метрға ҙурайтырға булдыҡ. Староста һәм уның ярҙамсыһы үлсәп сығып, күпме материал кәрәк буласағын иҫәпләп, план-смета төҙөйәсәкбеҙ.
Ауылда күбеһенсә ололар ғына ҡалып бара, ауыл тормошон бөтәһе лә яҡшы белә, эш юҡ, халыҡ үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй...

Мәҙинә Ҡунаҡҡолова, Ялсыҡай ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: