+15 °С
Облачно


Ярышевтар һәм Даутовтар ғаиләһен тәбрик иттеләр әле генә. Барыбыҙға ла яҡшы таныш ғаиләләр, өлгө ғаиләләр. Ситтән генә улар өсөн ҡыуанып, һоҡланып (анау сама ғүмер юлын бергә үтеү - батырлыҡ) ҡарап торҙоҡ. Уларҙы барлыҡ Күмертау алҡышланы кеүек тойолдо. Иҫәнлек һеҙгә, апай-ағайҙар!