

Тротуарҙы (вәт, аңһыҙҙар) ошо асалы бағаналар араһынан һалғандар. Тик.... халыҡ туп-тура, бағана аҫтынан үтмәй, ситләтеп, урап йөрөп, яңы һуҡмаҡ һалып бөткәндәр.
Асалы бағана аҫтынан үтергә ярамай - был турала беҙгә бәләкәйҙән тылҡынылар, үтһәң, үҫмәй ҡалаһың тиерҙәр ине. Ә кемдең ҙурайғас та бәләкәй генә кәүҙәле булып йөрөгөһө килһен, бындай бағана осраһа, урап үттек. Торараҡ "үҫмәй ҡалаһың" тигәнгә тағы ла ҡурҡынысыраҡ "дәлил"дәр ҡушылды, имеш, бындай бағана аҫты тамуҡ ҡапҡаһы икән. Аҫтынан үттең, иһә, һине бәләләр баҫтырып тик йөрөй. Ауыр сирле кеше тап ошонда үҙенең сирен ҡалдырып китә икән.... Һөйгән йәрҙәр асалы бағана аҫтынан үттеме, бөттө: мотлаҡ талашасаҡ, бәлки, һуғышып та китер әле...
Бөгөн ҡарап торҙоҡ. Ике әбей килә (фотола), былар нимә эшләр икән? Бағана аҫтынан үтмәнеләр, уратып киттеләр. Беҙгә лә теге яҡҡа сығырға кәрәк. Ураныҡ. Бәләһенән баш-аяҡ: сирләп ятҡы йәки өйҙә һуғышып ултырғы килмәй бер ҙә.