

Яҡутта барлығы 300 кеше йəшəй. Аҙаҡҡы йылда демографик хəл насарайғандан-насарая бара. Статистикаға күҙ һалһаҡ, 2020 йылда бер бала ла тыумаған, ə баҡыйылыҡҡа 3 кеше күскəн, 2021 йылда ла хəлдəр яҡшынан түгел үлеүселəр һаны шулай уҡ, тик бер бала ғына донъяға килгəн. Быйыл ике кеше теге донъяға күсһə, икəү тыуған.
Пенсионерҙар һаны 92 кеше, бəлиғ булмағандар - 53.
Раушания Буранова, пенсионер:
- Беҙҙең ауыл былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, еңеп сығыуының тик ыңғай еле генə иҫеүе бик ҡыуаныслы. Был законды керетеүҙəре - бик һəйбəт эш тип уйлайым. Быйыл ауылыбыҙҙа ике сабый бала тыуҙы. Йəш ғаилəлəр матур донъя көтəлəр. Ауылда төплəнергə телəгəн йəштəр ҙə бар, шуныһы ҡыуандыра. Каникулдарға олатай-өлəсəйҙəренə өсəр, дүртəр ейəн-ейəнсəрҙəре ҡайтып төшə. Парк булдырыуҙары бик һəйбəт булды, хəҙер бында балалар рəхəтлəнə генə, көнө төнө шунда уйнай. Балаларҙың ата-əсəлəре лə килеп спорт майҙансығында шөғөллəнеп китə. Клуб, китапхана хеҙмəткəрҙəре матур саралар ойоштороп тора. Яңыраҡ ҡына матур концерт булып үтте. Бында Өфөнəн килгəн йырсыларҙан тыш үҙебеҙҙең артистарыбыҙ Яңы Морапталдан Рəмзил Ниғмəтуллин, Рəсүл Сынбулатов, Яҡшымбəттəн Фидан Булатов булыуы шатландырҙы. Спиртлы эсемлектəрһеҙ генə матур ял ойошторолдо.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.