

"Киров" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Дамир Байгильдин эшселәрҙе йылы аш менән тәьмин итеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды, йылы тәмле аштарҙы Бибинур Ғәлиева, Зөлфиә Абукаева, Ольга Илбулова бешерҙе, иҫәп-хисап эштәрен Фәниә Абукаева үҙ өҫтөнә алды, эштең дөрөҫ алып барылыуын бригадир Раил Юлбаев етәкләне, трактористарҙың бригадиры Рәшит Сәғитов бар эштең ваҡытында эшләнеүен контролдә тотто, эшселәрҙең бригадиры Алексей, водителдәр - Эдуард, Александр, Фәдис, Сергей бар эште еренә-еткереп, ваҡытында башҡарып ҡуйҙы. Ауыл халҡы ла бындай изге аҙымдан ситтә ҡалманы, улар эш барышында йыйылған сүп-сарҙарҙы йыйыштырып, бар эштә лә әүҙем ҡатнашты.
Бына ошо һанап киткән барыһына ла, беҙҙең Хәсәновтар ғаиләһе исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәм, - тип рәхмәттәрен әйтә был эште башынан аҙағына тиклем контролдә тотҡан, Римдең ағайы Камил Хәсәнов.
Мораптал ауыл биләмәһенә һоҡланыуҙы йәшереп булмай, етәкселәре лә шәп, бағымсылары ла гел ярҙамға килеп, ҙур-ҙур эштәр башҡара, ауыл хужалығы ла гөрләп эш алып бара, халыҡты ярҙамынан айырмай...
Был хаҡта ла материал үткән һанда гәзиттә тулыраҡ яҙылды.