Йәмғиәт
30 Июль 2022, 08:44

Иң оҫтаһы кем булыр?

Баймаҡ районы йәмле Граф күле янында "Башкорт аты" фестивале дауам итә. Сара сиктәрендә кәсепселәр оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша. 

Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов. Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.

-Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы.

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарын заказ буйынса етештерә. Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурсанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас