+21 °С
Болотло


Балалар уйнар майҙансыҡтарҙың иң төп бәләһе - унда ҡом юҡлығы ине. Был турала шул уҡ көндө район хакимиәтенә кереп, Юлай Ильясовҡа әйттем. Әйттем дә көтәм, әллә була, әллә юҡ - сифатлы ҡом табыуы ла бәлә хәҙер. Өс көн үттеме-юҡмы, балалар майҙансыҡтарына матур, таҙа ҡом алып килеп тә бушатҡандар! Ҡыуанысымдың сиге булманы, әйтерһең, хәҙер үҙем, шунда барып ултырып, уйнай башлайым.