Кисәге В. Цой концертын ҡарағас, Маяҡ ҡасабаһында йәшәгәндәрҙең шундай идеяһы барлыҡҡа килгән. Район ҡалаға ҡарағанда шәберәк йәшәй (улар, А. Тарасовтың үҙҙәренән китеүенә сыҙамай, ысынында), яҡшы яҡҡа иғтибарҙы күберәк бүлә... Күршенең тауығы ҡаҙҙай күренәме, әллә, ысынлап та, Көйөргәҙе районы Күмертау ҡалаһын уҙҙырып ебәрәме - ҡапыл ғына әйтеп тә булмай. Маяҡ районға күсһә, Көйөргәҙе өсөн шәп булыр ине - Май заводы ла күсә лә баһа былай булһа. Һалым, тимәк, беҙгә киләсәк, машиналары юлдарҙы емерһә, саң туҙҙырһа ла, улай уҡ үкенесле булмаясаҡ.... Психоневрологик дауахана ла беҙҙеке була.
Хыялдар. Мәрхүм йырсы, уйламағанда, ана ҡалай фантазияға этәрҙе. Ә әлегә нисек бар, шулай йәшәйбеҙ, һәр кемгә - үҙенеке:
Каждой звезде – свой неба кусок,
Каждому морю – дождя глоток.
Каждому яблоку – место упасть,
Каждому вору – возможность украсть...
Фотоларҙа: кисәге саранан күренештәр.