Йәмғиәт
13 Август 2022, 10:06

Ярышта Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ла уҙыша

– Һәйбәт көн, кәйеф тә бик шәп. Ике көн буйына әҙерләндек. Уҙыш уңышлы булыр, тип өмөт итәбеҙ, – ти Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко. Ул элек физкультура менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, матур теләктәрен дә еткерҙе.  

– Был донъяла бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ғүмеребеҙҙе, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ,  тыуған илебеҙгә файҙалы кеше булырға тырышығыҙ, – тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.

Ул  Ҡыйғы районын спорт һөйөүсән район тип телгә алды.

– Инфраструктурабыҙ  бик үҫешкән. Районда бик һәйбәт стадион төҙөлгән, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе төҙөкләндерелгән. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙан беҙҙең генә бассейныбыҙ бар. ГТО үткәреү өсөн ҡаплаулы универсаль майҙансығыбыҙ бар. Ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Спорт буйынса һынатҡаныбыҙ юҡ. ГТО һөҙөмтәләре буйынса 7-се урындабыҙ. Элек 23-сө, 24-се урындарҙа килә инек, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Шишмә районы Алкин ауылында урынлашҡан "Патриот" паркы майҙансығында "Геройҙары уҙышы" бара. Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ярыша.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас