Баҫма Агенствоһы начальнигы Максим Улычев. Яңғылыштан эләктек, хакимиәт тупһаһында уны һыуәйҙәләп ҡаршы алып торалар.
Ахырҙа, бергә сәй эсергә тура килде. Һүҙ, билдәле, гәзиттәр тураһында барҙы. Эш хаҡы, кадрҙар, машина, башҡа техника.... Максим Владимирович төпсөштө: район хакимиәтенең социаль төркөмөндә нисә подписчик, Куюрагазала нисә, ә Юшатырҙа? Беҙҙекен белгәс, баш сайҡаны - мощно, тине. Инде тороп китәбеҙ тиһәк, Фәнит Моратбаҡыев килеп инде, унан саҡ ҡына арттараҡ Сергей Афонин күренде. Сергей Иванович ҡартаймаған да ахры, һаман шул көйө, эшлекле. Район-ҡалалағы байтаҡ ҡына күренештәрҙе һүгеп тә алды, ҡайһылыр ерен маҡтаны (иген шәп быйыл, шуға ҡыуанды). Беҙ ҙә үҙ һүҙебеҙҙе ҡыҫтырҙыҡ: Сергей Иванович, рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн. Депутатҡа, Күмертауҙың элекке башлығына ни өсөн икәнен төртөп әйтергә кәрәкмәне, былай ҙа аңланы.