Йәмғиәт
29 Август 2022, 09:59

Матур тормош артынан

Яңы Таймаҫ ауылынан булған, бөгөнгө көндә Израилдә эшләп, шунда көн күреүсе яҡташ егетебеҙ, Рәсим Солтангәрәев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Матур тормош артынанМатур тормош артынан
Матур тормош артынан

- Рәсим, һеҙ ҡасандан бирле сит яҡтарҙа йөрөйһөгөҙ?
- Израилгә аяҡ баҫыуыма бына биш айҙан да артып китте, апрель айында килеп төштөм һәм ошонда эшкә урынлаштым.
- Белеүебеҙсә һеҙ бейеү сәнғәтендә ҡайнай инегеҙ, нисек ҡапыл ғына сит яҡтарға сығып эшләп ҡарарға булдығыҙ?
- Бейеү сәнғәте миңә бик яҡын, мәктәптә 5-6 кластарҙа уҡығанда бейеү менән ҡыҙыҡһына башланым, хатта унан да иртәрәк, 4-се кластарҙа ла бейей инем. Минең сит илгә сығып китеүемә лә бейеү сәбәпсе булды тиһәм, яңылыш булмаҫ. Студент саҡтарҙа бейеү сәнғәтенә тағы ла нығыраҡ ылыҡтым, БДУ-ның "Ирәндек" тип талған ансамблендә бейеп йөрөнөм, гастролдәр менән сит илдәргә сығып, ундағы тормошто күҙәтеп, ҡыҙыҡһынып йөрөнөм. Италияла бер ай тирәһе, Одессала 1 аҙна, Чехияла 2 аҙна гастролдәрҙә йөрөп ҡайтылды. Шул саҡтарҙа сит ил тормошона ҡыҙыҡһыныу уянғандыр ҙа инде.
- Тыуған илдәрҙән ҡапыл ғына айырылып сығып китеүе ауыр булманымы, һеҙ был аҙымға нисек тәүәкәлләнегеҙ?

Әңгәмә тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас