Уныһы замансараҡ булды - видео аша ғына. Тере кешене яныңда күреү, уның күҙҙәренә ҡарау, тын алышын, тән йылыһын тойоу башҡа нәмә, шулай ҙа, булмағанда былайы ла һәйбәт тип, ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Юҡһа, аҙаҡҡы осрашыу.... Юҡ, хәтерҙә түгел.
Һүҙҙе башлыҡ урынбаҫары Данил Акилов башлап ебәрҙе (һәм шунда уҡ бөтөрҙө лә):
- Сер итеп кенә һеҙгә бер һорау, - тине, - сер булғас, сер булып ҡалһын - тип, беҙгә өндәште, яҙмағыҙ, кешегә ишеттермәгеҙ, тип ишараланы. Сер икән сер, әйтмәйбеҙ, тимәк.
Аҙаҡ нимә тураһында һөйләштеләр? Башҡаса һүҙ булманы. Нисәмә йылға бер йыйылышыуыбыҙҙың сәбәбе лә сер булып ҡалды, артабан район башҡорттары нисек йәшәр, быныһы ла ҙур сер булып ҡалды, буғай. Артабан киттек - бисмиллабыҙҙы уҡып.