Все новости
Йәмғиәт
24 Сентября 2022, 11:29

"Ризыҡтарым әле бөтмәгән"

Кемдер "Йәшлегем ҡайҙа?" тип зарыҡһа, башҡаһы "Айҙар ҡайҙа?" тип аптырай.  

"Ризыҡтарым әле бөтмәгән"
"Ризыҡтарым әле бөтмәгән"
Айҙар Хөснөтдинов, таяҡты тотҡан ерҙән һындырып, бәреп-ороп тиерлек, сыҡты ла китте. Һин дә мин йырлап йөрөгән кеүек инең дә баһа, Абдул юлында йыш күрә торғайныҡ, әле сәхнә лә, юл саты ла һинһеҙ бойоға, тиештеләр. Юғалып ҡына ҡалмағайы егет...
Бөгөн Айҙарҙан сәләм килде. Когалымда икән суҡынсыҡ, яҙмыш ана ҡайҙарға тиклем алып барған йырсыны. Шунда эшләп йөрөй. Эш араһында, әлбиттә, йырлап та ебәрә:
- Город Когалым.... Среди сибирских зим...
Среди болот, тайги.. как сердце всей Югры.... 
Иҫән йөрөп ҡайт, Айҙар, сит йырҙарға ҡарағанда, туған моңдар барыбер яҡшыраҡ: 
- Бик һағындым һине, Тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ҡоштар осоп етмәҫ был яҡтарҙа
Ризыҡтарым әле бөтмәгән.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: