Донъя тыныс түгел, абай ғына йөрөгөҙ тип теләктәр теләнек, юҡһа, нимә генә яҙмайҙар, ҡаҙаҡ далаларына ҡасҡан кеше күп, кемеһендер шаҡарып тоталар ҙа ҡуялар икән, имеш.
Китте былар. Беҙҙең күҙ телефондан айырылмай. Уйламаған уй ҡалманы. Шөкөр, шөбһәләнеүебеҙ юҡҡа булған, имен-аман йөрөп ҡайттылар. Сик хәҙер тынысланған. Сентябрь аҙаҡтарында, юҡһа, сик һаҡсыларының ялдары, тәнәфестәре лә булмаған икән, халыҡ күп ағылған. Әле иркен тын алып ултыралар.
Сик аша сыҡҡанда, әлбиттә, тикшереү бар. Ҡайҙа бараһың, ниңә бараһың, нисә көнгә, армияла хеҙмәт иттеңме - ошоға оҡшаш һорауҙар бирәләр икән. Ығы-зығы, шулай ҙа, юҡ.
Сиктәр тыныс, хәҙер күңелдәрҙең дә тынысланғанын көтәбеҙ.