Улдары, ирҙәре яу ҡырына киткәндәр.
Был осраҡта ниндәйҙер килешле йыуатыу һүҙҙәре табыуы ҡыйын (нимә тип әйтергә, кем белә?), шулай ҙа туғандары махсус хәрби операцияға юлланғандар янында кемдер булырға тейеш. Ауыл хакимиәттәре. Республика көнө уңайынан, улар Көйөргәҙе районының һәр ауылында, болотло көндәренә аҙ ғына булһа ла ҡояш яҡтыһы үтмәҫме тигәндәй, ҡотлап сыҡҡандар. Радий Хәбировтан открытка ("Своих не бросаем") һәм аҙыҡ тупланмаһы (500 һумлыҡ) өләшкәндәр.
Барыһына ла иң ҙур бүләкте көтөп алырға яҙһын: улығыҙ (ирегеҙ) иҫән-һау ҡайтыуын.