Йәмғиәт
16 Октябрь 2022, 08:47

Ҡулдар

Розалина ИБРАҺИМОВА: 

ҠулдарҠулдар
Ҡулдар

Һикәлтәле тормош юлдарынан
Ауыр ғына атлауы,
Әммә һәр саҡ минең янда
Атай-әсәй ҡулдары.

Атайҙың ҡулдарын мин
Усымда ныҡ ҡыҫамын,
Көслө буран дауылдарҙа ла
Бер ҡурҡмайса торамын.

Атайҙың ҡулдары миңә
Ҡөҙрәт бирә атларға,
Ышаныслы уйҙар менән
Ҡарайым мин юлдарға.

Атайҙың ҡулдары ҡаты
Улар күргәндәр күпте,
Атай белә тормош мәғәнәһен
Өйрәтә шуға мине.

Атай ҡулдары ҡалтырамай
Улар көслө, улар ныҡлы,
Тайпылған сағымда ла
Таянып атлайым тағы.

Мин беләмен донъя хикмәтен
Мин ҡурҡмайым ысынбарлыҡтан,
Тик үтенеп һорайым ҡабат
Айырмасы, Хоҙай, ошо ҡулдарҙан.

Ә әсәйҙең ҡулдары икенсе
Улар наҙлап мине ярата,
Үкһеп илаған сағымда ла
Баштан һыйпап йыуата.

Әсәй ҡулдары йомшаҡ мендәр
Бейеклектән йығылған саҡта ла,
Мине йәһәт кенә тотоп ала ла
"Балаҡайым",тип ярата.

Әсә ҡулдары аңлай белә
Һүҙһеҙ генә, бер ҡараштан,
Улар мине гелән һаҡлай
Яуыз, яман ҡарғыштарҙан.

Әсә ҡулдары гөл сәскәләй
Яҡшы уйҙар уята,
Улар бигерәк тәмле еҫле
Тик әсәйҙең шундай була.

Мин шатлана беләмен
Мин ҡурҡмайым ауыр юлдан,
Тик үтенеп һорайым ҡабат
Айырмасы, Хоҙай, ошо ҡулдарҙан.

Тормош юлымда ҡулдар
Ҙур урын алып тора,
Ике фәрештә шикелле
Улар ярҙамға сыға.

Ошо ҡулдар менән мин
Юлымда ныҡлы торам,
Тик үтенеп һорайым ҡабат
Айырмасы, Хоҙай, мине ҡулдарҙан
Атай-әсәйем булһын янымда.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас