Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 13:34

Һинән дә арыуырағы булмаҫ

Кузнецов Сергей Николаевичты район-ҡалала белмәгән кеше һирәк, ауыл депутаты булды, райондыҡы ла булды, хужалыҡты етәкләне.

Һинән дә арыуырағы булмаҫ
Һинән дә арыуырағы булмаҫ

Тынғыһыҙ кеше, ер кешеһе. Беҙгә нимәһе менән оҡшай - тураһын бәрә лә әйтә торған эскерһеҙ кеше ул Сергей Николаевич. 

Уны Отрада ауыл биләмәһе башлығы итеп ҡуйҙылар. Депутаттар кисә шулай килеште: һинән дә арыуырағы булмаҫ, әйҙә, ултыр. Галина Майорова ялға китеп барҙы (уға бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ).
Бөгөн яңы етәксе менән осраштыҡ. С. Кузнецов байтаҡты күргән кеше, тәүҙә Ергән МТС-ы талап китте мөлкәттәрен, быныһы ғына етмәгән, Алексеевский совхозы килеп ҡалғанын тейәп алып китеп бөттө. 
Ул саҡта зар илағандар һаман хәтерҙә. 
Яңы, Иҫке Отрадалар, Ольховка, Яңы Уралка, Савельевка, Яманғол ауылдарын бөгөн тәү сиратта нимә борсой, яңы етәксе беренселәрҙән булып нимәгә тотона - киләһе һанда.  
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас