Үткәнендә Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы әллә күпме итеп гуманитар ярҙам йыйҙы ла Пензаға сыҡты ла китте - яҡташ һалдаттарға күстәнәс алып барырға.
Барыһы менән бергә, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек араһында, хаттар ҙа бар ине. Балалар ғына яҙманы уны, оло кешеләр ҙә яҙҙы. Бер хат егеттәрҙең күңеленә үтә ныҡ хуш килгән. Фәриә Бикмаева инәйҙең хаты, ҡағыҙ битенә яҙылған доғалар, теләктәр. Беҙгә әле ошо турала хәбәр итте һалдат егеттәребеҙ. Инәйгә сәләмдәр күндерегеҙ тигәндәр, һаулыҡ теләйбеҙ уға ла, беҙҙе көтөп торһон. Фәриә инәйҙең яҙған да (был хатты күкрәктә генә һаҡлап йөрөтөрбөҙ), телдән әйтелгән дә доғалары беҙгә ярҙам итер. Һәм.... Беҙ ҡайтырбыҙ.